Гульнур Куватова. Песни в моей душе

13.01.2017 19:11

ПЕСНИ В МОЕЙ ДУШЕ

(на башкирском языке)

 

Я победила, и ты борись

 

Күңел баҡсам гөрләп сәскә ата,

Ҡырау булып төшмә, һулытма.

Һинең һалған яраларың уңды,

Иламайым инде, йыуатма.

Һипкән инең өйөм-өйөм тупраҡ,

Мансыйым тип мине ҡараға.

Хатта онотманың һуңғы сиктә,

Тоҙ һибергә тәрән яраға.

Еңә алдым барлыҡ һынауҙарҙы,

Ҡара ерҙә гөлдәр үҫтерҙем.

Тоҙҙарыңды йыуҙы күҙ йәштәре,

Көрәшергә бары көс бирҙең.

Еңеп өйрән һин дә һынауҙарҙы,

Ғорур булып ҡара тормошта.

Тик ҡағылма ҡабат күңелемә,

Һалма мине, зинһар һағышҡа.

 

Прошлое

 

Ҡасып булмай икән үткәндәрҙән,

Йәшенеп тә булмай ҡыуып та.

Янмай икән янғын-усаҡтарҙа,

Елдәр иҫмәй уны алып та.

Онотола бары яйлап ҡына,

Йәшеренә күңел түренә.

Тик барыбер бер көн ташып сығып,

Иғтибарҙы ала үҙенә.

Һағыныуҙар менән килә ҡабат,

Үкендереп, утта яндырып.

Һағыштарға һала, ғазаптарға,

Күңелдәрҙе көлгә ҡалдырып.

 

Пытка-любовь

 

Башҡа кеше башҡа, һин түгел бит,

Һөйләшеүе бүтән, көлөшө.

Йөрәгемдә янған усаҡтарҙа

Башҡаларҙың һис юҡ өлөшө.

Йырҙарымда һаман һинең исем,

Һиңә булған иң саф хистәрем.

Бергә саҡты иҫләп һағыш менән,

Япа-янғыҙ үтә кистәрем.

Күпме үтте һинең киткәнеңә:

Нисә тәүлек? Әллә аҙнамы?

Гонаһ тулы беҙҙең һөйөүебеҙ

Ғазап менән бирә язаһын.

 

Осень

 

Йәйғор төҫтәренә күмеп ерҙән,

Көҙ, һин гений, ожмах яһаның.

Ошо ерҙә йәшәй алыуҙарҙың,

Бәхет икәнлеген аңланым.

Һары япраҡ менән талғын елдең,

Серҙәреме әллә береккән?

Шыбыр-шыбыр килеп һөйләшәләр,

Яҙмыштары уртаҡ, бер микән?

Шул шыбырлау матур бер моң булып,

Алтын көҙгә йырлай мәҙхиә.

Күрә алыу ошо матурлыҡты,

Һәм йәшәүҙәр бәхет был ерҙә.

 

Открыла двери души своей…

 

Астым әле күңел ҡапҡаларын,

Кемдәр теләй – инһен, йә сыҡһын.

Кемдер бәлки табыр ҡара ҡором,

Ә берәүҙәр-утын усаҡтын.

Кемдер өсөн мин – сәскәле аҡлан,

Ә кемгәлер бары сабынлыҡ.

Астым әле күңел ҡапҡаларын,

Эй Хоҙайым, бирсе сабырлыҡ.

Мин үҙемде бер сәскәгә тиңләп,

Көткән инем ҡояш яҡтыһын.

Әсе төтөндәргә сәсәй-сәсәй,

Астым әле күңел ҡапҡаһын.

 

Тебе

 

Килсе, йәнем,

Бер ҡосаҡлап иркәләйем әле,

Наҙҙарымды бүләк итәйем.

Күңелемә мөлдөрәмә тулған,

Иркә һүҙҙәремде әйтәйем.

Белсе, йәнем,

Ҡай сағында донъя эше тиеп,

Ваҡыт тапмай китһәм үҙеңә,

Бошонмасы, хистәр һис кәмемәй,

Уҙып булмай донъя йөгөнән.

Һиҙсе, йәнем,

Минең йөрәк тибә һине һөйөп,

Һәм яратып ҡарай күҙҙәрем.

Һине күрһәм ҡанатлана күңел,

Яҡты нурға сума йөҙҙәрем.

Һөйәм, йәнем.

 

Твои песни в моей души…

 

Киттең дә бит үҙең, йөрәгемде

Әрнетергә ҡалды йырҙарың.

Шул йырҙарҙы бөгөн төнө буйы,

Тыңланым да үкһеп иланым.

Инде үтте тиһәм һағыныуҙар,

Һинең йырың төшә иҫемә.

Ниңә икән кеше саф хистәрҙең,

Ысынлығын һуңлап төшөнә?

Йөрәгемә керҙең йырҙар менән,

Һандуғастай мине арбаның.

Юлдарыбыҙ китте ике яҡҡа,

Тик йырыңды алып ҡалғанмын,

Бөгөн төндә тыңлап иланым.

 

Рябина и копна

 

Кипкән үлән – бесән өймәләһе,

Көҙҙө көтөп ҡатҡан һарғайып.

Миләш кенә сәсә ут-ялҡындар,

Тормай көҙгә һис тә моңайып.

Гүйә әле генә башлай яҙын-

Бар тәбиғәт уға һоҡлана.

Тормош дауам итә көҙҙәрҙә лә,

Туғайҙарҙа миләш аллана.

Уттай янған миләш, кипкән кәбән-

Тәбиғәткә бағам уйланып.

Ғүмер көҙҙәремдә миләш кеүек,

Йәшәй алһам ине ут янып!

 

Уходи насовсем

 

Китәһеңме?

Һау бул, хәйерле юл тием,

Көсләп тота алмам янымда.

Күҙҙәремдән әгәр аҡһа йәштәр,

Мин һылтармын яуған ямғырға.

Тик аҙаҡтан

Йөрәгемә һалып яра,

Ҡабат килмә киткән юлыңдан.

Ул саҡтарҙа булыр минең яҙмыш,

Мине һөйгән кеше ҡулында.

Һау бул!

 

Люди разные бывают

 

Кемдер керә тормош юлдарына,

Бәхет шатлыҡ алып килергә.

Кемдер иһә керә шул шатлыҡты,

Тартып алып йәшкә күмергә.

Ҡай берәүҙәр терәү була ала,

Ишелерҙәй саҡта донъялар.

Ә бәғзеләр һала өҫтәп һынау,

Һынып төшһөн өсөн таяуҙар.

Берәү һалһа йөрәгеңә яра,

Шуға дауа булыр икенсе.

Шул сағында бәлки аңлар кеше

Кем ысын дуҫ, ә кем үткенсе.

 

В дождях моя любовь

 

Һиҙҙең микән ямғыр яуған саҡта,

Минең йәндең шашып илауын.

Һәр йәшнәүҙә, һәр бер күкрәүҙәрҙә,

Минең күңелемдең тулауын.

Һин киткәндә ямғыр яуа ине,

Һәм һаман да улар туҡтамай.

Һағныуҙарым, һине һөйөүҙәрем

Йөрәгемде телә урталай.

Болоттарҙа минең күҙ йәштәрем,

Һаман яуа, яуа туҡтамай.

 

© Гульнур Куватова, текст, 2016

© Книжный ларёк, публикация, 2017

—————

Назад