Йыһат Солтанов. Фәһемле ҡиссалар яҙыусы

23.03.2017 14:13

ФӘҺЕМЛЕ ҠИССАЛАР ЯҘЫУСЫ

(Мастер поучительных, мудрых рассказов)

на башкирском языке

 

 

Миләүшә Годбод (ҡыҙ фамилияһы Ҡолмөхәмәтова) һылыуҙың 2015 йыл Өфөлә З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Йылдар тыуҙырған юлдар» исемле тос йыйынтығын ҡәнәғәтләнеп уҡыным. Республикабыҙ ваҡытлы матбуғатында төрлө жанрҙағы сығыштары менән ярайһы уҡ билдәле булған әҙибәнең тәржемәи хәле менән яҙа-йоҙа ғына белештерә инем: баш ҡалабыҙҙың төрлө мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыусыһы, гәзит-журнал редакцияларында (башҡорт һәм урыҫ телдәрендә) уңышлы эшләгән журналист һәм... көтмәгәндә Европаның үҙәгендә урыҫ телендә яҙыусы Готбод булып танылған, шул уҡ ваҡытта үҙенең матур әсә телендә яҙышыуынан өҙөлмәй, республикабыҙ баҫмаларында ҡатын-ҡыҙҙарса әүҙемән ҡатнашыуын дауам иткән егәрле ҡәләм эйәһе...

Эйе, «ете диңгеҙ аръяғында» ятҡан сит ил тупрағында ла тап күркәм Уралындағылай һутлы бөрөләнеп япраҡ ярырға, сәскә атырға һәм татлы ижад емештәрен бирергә була икән, әгәр ҙә ки рухи тамырҙарың тыуған тупрағыңдан йолҡонмаһа, гөлсәскәле ябалдашың йәмле Һаҡмар һәм Ағиҙел буйҙарының йәнсихәтле ел-ямғырҙарынан һутланһа һәм һулаһа... Мәҡәләмде «ҡиссалар» һүҙенән башлауымдың хикмәте – китаптағы әҫәрҙәрҙең шәхсән үҙем тоҫмаллаған (бәлки, яңылышамдыр ҙа!) жанр үҙенсәлегендә. Билдәле булыуынса, боронғо матур әҙәбиәттәге ҡисса жанры – изге пәйғәмбәрҙәрҙең (ғөмүмән, күренеклеләрҙең) матди ҙа, рухи ҙа тормош сәхифәләрен берҙәй иңләгән хикәйәт, француздарға ул, берәүҙәр билдәләүенсә, тарыраҡ ҡоласлы (шәхестең күп ҡырлы булмышының мөһим бер һырын ғына күҙаллаған) «эссе» жанры булып кергән. Ә китап авторы, миңә ҡалһа, алымдарҙың икеһенә лә эйә.

Йыйынтыҡтың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти тураһындағы эссе менән асылыуы күңелемде яуланы. Сөнки һуңғы заман «халыҡ»лыларҙың ҡайһы берҙәренең самаһыҙ мин-минлек күләгәһе һуҙылыуҙан мәшһүребеҙҙең ижады ҡапланып уҡ бара ине, Миләүшә һылыуҙы ла, моғайын, ошо хәл борсоғандыр. Ә ниңә ул ҡиссаның ҡыҫҡарағын, эссены, һайланы икән, тиһәк, әҙәбиәт һөйөүселәрҙең теманан ныҡ хәбәрдарлығы иҫәпкә алынғандыр. Шуға күрә «пәйғәмбәр»ҙең сағыу ике балҡышына иғтибарҙы йүнәлтә: кешелеклелек сифаты һәм лирика. Тәүгеһенә, сурытып тормайынса, бер генә миҫал килтерә: «Мәҫәлән, – ти ул, – данлы генерал Доваторҙың атлы корпусында хеҙмәт итеүсе шағиркавалерист Яҡуп Ҡолмойҙоң яу яланында эйәргә һалып яҙған шиғырҙарын 1942 йылда ул бер йыйынтыҡҡа туплап китап итеп баҫтырып сығара». Һуғыш осороноң матди һәм рухи ауырлығын, ҡатмарлылығын иҫәпкә алайыҡ. Шул замандағы әллә ҡайҙа ут эсендә «юғалып» йөрөгән йәш шағирҙың һуғыштан һуң мәшһүр лирик шағир булып өлгөрәсәген яҡшы белгән, тиерһең!

Икенсе балҡышын асҡанда ла шиғырҙарҙы анализлауға иғтибарҙы сарыф итмәй әҙибә, был йәһәттән аҙмы-күпме әҙерлекле уҡыусының киң зауҡына таянып, күҙ төбәлгән ижад һырын мөһимерәк бер тәңгәлдән яҡтырта. «Шағирҙың күп популяр әҫәрҙәре, – ти ул, – Владимир Маяковский стилендә ижад ителгән. Ябай ғына күренгән ваҡиғаларҙы автор һутлы башҡорт телендә әһәмиәтле итеп тасуирлай белә, уларҙың барыһына ла фекер тәрәнлеге, тойғолар балҡышы хас. Ниғмәти шиғырҙарын һәмпоэмаларын поэтик формалар байлығы, ритмикинтонацион төрлөлөк күркәмләй; яңылыҡты раҫлау пафосы лирикаһының төп үҙенсәлеген билдәләй. Тантаналы ваҡиғаларҙы һүрәтләгәндә шағир хатта марш ритмына тартым интонацияларҙы ла оҫта ҡуллана. Бәлки шуға күрә лә ул замандарҙа Рәшит Ниғмәти шиғырҙарын, поэмаларын иген баҫыуҙарында, ауыл клубтарында яттан һөйләгәндәр, һәр бер яңы сыҡҡан әҫәрен ҡулдан-ҡулға күсереп яҙыр булғандар... Йыйып әйткәндә, Рәшит Ниғмәти ижады егерме беренсе быуат әҙәбиәтенә лә ҡыйыу аҙымдар менән инде, халыҡ шағирының әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтендә күренекле урын тота, тотасаҡ».

Йыйынтыҡҡа инеш өлөш, шулай итеп, Рәшит Ниғмәти шиғриәтенә хас аккорд булып яңғыраһа, артабанғы хикәйәтләүҙәрҙең күбеһе уйсан-моңло йыр төҫөндәге мыҡты йылға талғынлығына эйә. Драматург Нәжиб Асанбаев ижадында («Ҡаһарман, тыныслыҡ йырсыһы») Бөйөк Ватан һуғышы офицеры булараҡ үҙе ҡатнашҡан һәм белгән фиҙакәрлек, батырлыҡ өлгөләре сәнғәтсән оҫта кәүҙәләндерелеүен күрәбеҙ. Фашист танкыларына ҡаршы ут яуҙырып һуңғы тамсы ҡанынаса алышыусы артиллерист-командирҙың, бөтә расчет ҡырылып бөтөп яңғыҙы ҡалғанда ла, дошманды еңеп сығыуы, әммә «смерш» тарафынан уның иҫән ҡалыуы шиккә алынып, зинданда үлем приговоры көтөп ултырыуҙары («Яралы яҙмыш», «Алтын бишек» кеүек драмалар) тетрәтә... Советтар Союзы Геройы Муса Йәлилдең Ырымбурҙағы йәшлегенә бағышланған «Ҡанат йәйгәндә» спекталендә әҙәмгә хас ҡаһарманлыҡ сифатының сығанаҡтары асыла... Һуғыштан һуңғы тыныс тормош шарттарында ла була торған кеше драмалары Асанбаевтың үҙенең күңел драмалары менән һуғарылып, «Зәйтүнгөл», «Сирень сәскәһе», «Рәйсә», «Ҡыҙлы йорт», «Һыу юлы» һәм башҡа пьесаларында йөрәктәрҙе тулатты. Уларҙың яҙылыу, сәхнәгә ҡуйылыу тарихтарын Миләүшә һылыу оҫта һәм һаҡсыл аса, китап уҡыусылары менән дуҫтарса уртаҡлаша. Шул йәһәттән киң билдәле «Ҡыҙыл паша» спектакленең яҙмышы ифрат фәһемле һәм ҡыҙыҡлы. Бөйөк милли лидерыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди хаҡындағы драматик трилогия ла шундайҙар ҡатарынан. Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, ҡисса сәхифәләрендә драматург Асанбаев донъяһы тулап йәшәй.

Ошондай кисерештәр менән нәүбәттәге ҙур күләмле әҫәрҙе аҡтара башлағас, йәшермәйем, һәйбәт түтәнән шыма ғына шыуып барған саңғымдың башы сутырмаҡлы туң ергә төртөлгәндәй тойҙом. Сөнки автор ихласланып сырамытырға теләгән мул емешле ижад алмағасының олпат һыны төбөнән алып ябалдашынаса яртылаш ҡыуарғанлығы күҙгә бәрелде, ирекһеҙҙән, «аҫтындағы эйәр атҡа тейер, эйәре лә белмәҫ, ат белә», тигән сая йыр юлдары иҫкә килеп, ни өсөндөр автор үҙе генә белмәй, ахыры, быны, тип үкенә биреп ҡуйҙым... Бының өсөн алмағасты (ҡисса геройын) ғәйепләп булмай, әлбиттә, сөнки беҙҙәр буй ебәргән етмеш йыллыҡ данлы совет осоронда асы яҙмыш ижадсыларҙың бер килкеһен тап ошолай ҡыу ярымтаҡлап имгәтте, ә сәбәбе –бөйөк юлбашсыларыбыҙ үҫеш өсөн һыҙып биргән тайпылмаҫлыҡ юл ине: пионерия – комсомол – партия – вузда тарих факультеты – партия үҙәккомитеты ҡаршыһындағы партия мәктәбе – вуздың марксизм-ленинизм тигән юҡмыш фән кафедраһы...

 

Шул юҫыҡтан юртаҡлаған бәндәнең ижад алмағасы ваҡыт-ваҡыт ҡотороп сәскә атһа ла, төптән сысҡан (баяғы идеология!) зарарлаған ярты яғы ҡыу ағас хәлендә ҡалды... Башҡорт мәҙәниәтенең ысынлап та күрке булған Нәжиб Асанбаев ижады кимәленә (хатта унан да бейегерәк!) күтәреп ҡуйылған әһелдең тәржемәи хәле лә, ижад емештәре лә, үҙем татып белгәнлектән, үкенесемә ҡаршы, әлеге ярымтаҡ алмағасты хәтерләтте, текст туҡымаһы ла, ҡиссанан да бигерәк, рәсми рухлы күп бүлектәрҙән ғибәрәт трактатҡа тартым ине. Бүлектәрҙең исемдәре үҙҙәре генә лә ни тора: Тарихсы Нурғәлин ҡараштары. З. Нурғәлин – сәнғәт һәм театр белгесе. Ҡурай уҡытыу тарихы хаҡында. Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарынан торған мили оркестр нисек барлыҡҡа килә? Фәлсәфәүи ҡараштары ниҙән ғибәрәт? Телсе һәм әҙәбиәтсе Нурғәлин. Театр белгесе... Әҫәр башы уғата ғибрәтлерәк: «Тәнҡитсе плюс тарихсы плюс әҙәбиәтсе плюс театр белгесе плюс академик»...

Хикәйәтләү үҙе иһә ошбу башҡа лайыҡлы олпат һүҙ менән бисмиллалана: «Һәр халыҡтың тормошонда яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр була. Улар араһында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары Ҡол Ғәли, Ҡараһаҡал, Килмәк Нурушев, Салауат Юлаев, Алдар батыр, Исмәғил Тасимов, Мирсәлих Биксурин, Зәйнулла Рәсүлев, Ризаитдин Фәхретдин, Мөхәмәтша Буранғолов, Муса Мортазин, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Жәлил Кейекбаев... Тап ана шундайҙарҙың береһе – олуғ ғалимыбыҙ Зиннур Әхмәҙи улы Нурғәлин». Тап Нурғәлин ректор булып торған Өфө дәүләт сәнғәтинститутында тап шуның егәрле ҡулы аҫтында егелеп эшләүсе, йәки уның яҡындары Айрат Ҡобағошов, Марат Зәйнуллин, Тимерғәле Килмөхәмәтов, журналист Сәлмән Ярмуллин кеүек хөрмәтле уҙамандарҙың маҡтауы менән нығытыла был раҫлау (әлбиттә, ал да гөл булыр ине, әгәр ҙә ки күҙ алдында баяғы ярымтаҡ алмағас һерәйеп тормаһа!). Ә бит атаҡлының шәхсән төп булмышы, эшмәкәрлеге, авторҙың уҡ хикәйәте буйынса, ижадсылыҡтан да бигерәк, яҡшы мәғәнәһендәге ҡоро чиновниклыҡ карьераһына тартым: «1968 йылдың көҙөндә яҙмыш уны Өфө сәнғәт институтының марксизм-ленинизм (бармаҡтан һурып уйлап сығарылған «фән»! – Й. С.) кафедраһы менән бәйләй. Ул ошо кафедраның мөдире һәм доценты була (юҡ фәндең юҡмыш кафедраһы мөдире! – Й. С.). Бер-нисә тапҡыр партбюро секретары, Өфө ҡала советы депутаты итеп һайлана... һәм артабан ошо институттың ректоры була». Әлеге лә баяғы: алмағасты ярымтаҡлаған дөйөм сир!

Ошо зәхмәт ул заман ижадсыларының барыһына ла тейҙе, талантылар уны бирешмәй еңде, ә урта ҡул һәләтлеләр сәскә атам тип алданып йөрөп ҡыуарҙы... Тәжрибәле, бай тойғоло әҙибәбеҙ был юлы ниңә ябай ялтырҙы затлыһы менән бутаны икән, тип аптырап та ҡалаһың. Әйтәйек, геройының ысынлап та таланты эшмәкәр-ойоштороусы сифатына төбәлеп, сағыу эссе тыуҙырырға була ине ләһә! Хәйер, былай ҙа эссе бызырлай: муйынсаҡтағы быяла төймә йәнәшәһендә ынйылай йымылдап тора. Сөнки әҫәр геройының ижадсы булараҡ көслө яғы – мили сәнғәтте ысын ғилми кимәлдә уҡытыуҙы юлғаһалыуҙа. Мәҫәлән, авторҙың үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, института «башҡорт ҡурайын махсус рәүештә профессиональ кимәлдә уҡытыуҙы индереү, башҡорт телен белгән музыка белгестәрен әҙерләү кеүек мөһим проблемаларҙы дәүләт кимәлендә» хәл итеү, «Каруанһарай» ижади төркөмөнөң барлыҡҡа килеүе лә уға бәйле. 1995 йылдың 18 ғинуарында «Известия Башкортостана» гәзитендә З. Нурғәлиндең «Нужно ли кураисту высшее образование?» тигән мәҡәләһе донъя күрә. Хөрмәтле ғалимыбыҙ унда башҡорт традицион музыка ҡоралдары ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, өзләү сәнғәте милләтебеҙҙең айырылғыһыҙ рухи донъяһы икәнлеген билдәләй, башҡорт ҡурайында уйнаусыларҙың әҙерлеге юғары кимәлдә уҡытылып та, улар көнбайыш музыка инструменттары габой, кларнет, торба кеүек үк уйнарға өйрәнергә тейешлеге тураһында яҙа. Оҙаҡламай, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарынан торған оркестрыбыҙ тыуа» – тап ошолар әҫәр геройын һоҡланғыс яһай түгелме?!

Ярай, ҡапҡан һайын ҡалъя булмай, тигәнде иҫәпкә алып, артабан дауамлайыҡ. Автор бына, тәрән моңға бирелеп, баҡыйлыҡтағы ҡәҙерле олатаһы Яҡуп Ҡолмойҙоң шәхси архивын барлай. Һарғайып бөткән ҡағыҙҙарҙы күҙенән кисереп һағышлана, уйлана, ә был иһә талантлы шағир хаҡында, әҙәбиәтебеҙ хаҡында үҙенә күрә бер ҡисса. «Ғүмеренең һуңғы көндәренә ҡәҙәр, – тип бергә кисерешәбеҙ, – шағир Яҡуп Ҡолмой әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре менән аралашып, тығыҙ хеҙмәттәшлектә йәшәне. Ҡәләмдәштәренә һәм ижадташтарына битараф ҡалмайынса, улар хаҡында йылы һүҙ әйтеп, күңелдәрен үҫтереүҙе мәртәбәгә һананы. Ул ифрат бай күңелле, ихлас, ябай, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеүсән кеше булды. Олоһо менән дә, кесеһе менән дә уртаҡ тел тапты. Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһында әҙәби-музыкаль тапшырыуҙар программаһының баш мөхәррире булып эшләү дәүерендә бер-нисә тиҫтә әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең тауышын яҙҙырып алып ҡалды. Үҙе яҡты донъя менән хушлашҡандан һуң донъя күргән «Хәтер хазинаһы» тигән китабында Афзал Таһиров, Төхфәт Йәнәби, Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбай, Ғариф Ғүмәр, Сәйфи Ҡудаш, Ғәлимов Сәләм, Сәғит Агиш, Мөхөтдин Тажи, Сәләх Кулибай, Ҡадир Даян, Низам Ҡәрип, Мөслим Марат, Мәлих Харис, Тимер Арслан, Ғилемдар Рамазанов, Ибраһим Ғиззәтуллин, Жәлил Кейекбаев, Ноғман Мусин, Абдулхаҡ Игебаев; күренекле сәнғәт әһелдәре, композиторҙар Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рәүеф Мортазин, Халиҡ Заимов, Камил Вәлиев, Шамил Ибраһимов; талантлы йырсылар Мәғәфүр Хисмәтуллин, Зәки Мәхмүтов, Нәжиә Аллаярова, Хәбир Ғәлимов, Илфаҡ Смаков, Баныу Вәлиева, Камил Вәлиев, Хөсәйен Мәжитов, мәшһүр артист Арыҫлан Мөбәрәков һәм башҡалар хаҡында фәһемле ижади портреттар яҙып ҡалдырҙы».

Һоҡланмау мөмкин түгел: бер быуын башҡорт мәҙәниәтен күкрәтеп сәскә аттыртҡан маһир һәм маһираларыбыҙ хаҡындағы сағыу энциклопедия! Әммә иң ҡыҙыҡлыһы – хаттар, хаттар... Хат яҙыусылар: Мөхөтдин Тажи, Баязит Бикбай, Сәләх Кулибай, татар әҙиптәре Хәсән Саръян, Зәки Нури... Автор ошо күренекле әһелдәрҙең хаттары менән аралаш уларҙың ижады һәм ижаддашлығы, мәҙәниәтебеҙ донъяһындағы уларға бәйле ҡыҙыҡлы һәм фәһемле ваҡиғалар менән дә арбай уҡыусыһы күңелен.

Яҡуп Ҡолмой лирикаһының затлы гәлсәрҙәй сыңлап торған илаһилығын «Былбылым» йыры үҙе генә лә тулы нескәлегендә тойҙорталыр:

 

Яҙ килә лә китә,

Йөрәк көтә-көтә,

Йәшлек үтә-үтә Яҙ һымаҡ.

Һин былбылым минең,

Йырланмаған йырым,

Балҡып кил һин Атҡан таң һымаҡ...

 

Илаһи хистәр авторын республикала белмәгән кеше бармы?! Композитор Заһир Исмәғилев бына нисек хәтерләй: «Былбылым»ды яҙғас, мәрхүм Яҡуп Ҡолмой шундай шатланып йөрөнө! Ул уны үҙенең кәләшенә, Фатимаһына, арнаған булған. Миңә һүҙҙәре иҫ киткес оҡшаны. Бөтә әйбер һүҙҙән тора. Әгәр ҙә шиғыр матур булһа, моңо ла матур сыға. Шиғыр йырлап тормаһа, моңо булмаһа, унан бер нәмә лә килеп сыҡмай. «Былбылым» шул тиклем халыҡҡа яҡын булды – һүҙҙәре лә, көйө лә халыҡсан бит». Ғөмүмән, тип йомғаҡлай Миләүшә һылыу, Я. Ҡолмой шиғырҙарына йыр яҙмаған берәйкомпозитор бармы икән?! Уларҙы йыйып баҫтырғанда, киләсәк быуын өсөн бынамын тигән баһалап бөткөһөҙ ҡомартҡы ҡалыр ине лә... Үкенескә ҡаршы, йылдар ағылып үтә тора, ә ноталары менән бергә нәшер ителергә тейешле китап һаман артҡараҡ күсә килә. Ә бит бөгөн Яҡуп Ҡолмойҙоң йәмғеһе өс йөҙҙән ашыу йыры иҫәпләнә. Уларҙы юғалтмайынса, йыйып-туплап, айырым китап итеп баҫтырып сығарыу – әллә ҡасан уҡ өлгөрөп еткән мәсьәлә!

Билдәле булыуынса, ысын ижадсының береһе лә бер-береһенә оҡшамай, бер-береһен ҡабатламай – һәр ҡайһыныһы үҙенсә. Ана шундай үҙенсәлекле шағирҙарыбыҙҙың йондоҙлоғо йыйынтыҡҡа уғата нурлы йәм өҫтәй, йымылдай. Нурҙар теҙемендә Фәниә Чанышева («Кешеләр, ҡулығыҙҙа минең йөрәгем»), Марат Кәримов («Йөрәктәрҙә яна һүҙе»), Марат Муллаҡаев («Әҫәрҙәрендә тормош дөрөҫлөгө»), Риф Мифтахов («Йондоҙҙарҙан шағир йылынған»), Тамара Ғәниева («Уйландырыусан ижад»), Мәснәүи Зәйнуллин («Күңел күге йондоҙло ине»), Миңлебай Юлмөхәмәтов («Мәғарифҡа бағышланған ғүмер»), Данис Тикеев («Уҡытыусы, ғалим, яҙыусы»), Марат Әбүзәров («Һин – атылған йыһан йондоҙолай»), Рауил Ниғмәтуллин («Уҡытыусым хаҡында һуңлап әйтелгән һүҙ») кеүек һүнмәҫ-һүрелмәҫ ижад нәжәғәйҙәре. Был донъянан иртә киткән Рауил Ниғмәтуллинды беҙ, ҡәләмдәштәре, илаһи талант эйәһе (бер юлы шағир ҙа, көйҙәр сығарыусы ла) һәм таҫыллы педагог булыуы менән бергә 90-сы елледауыллы йылдарҙың ҡурҡыу белмәҫ көрәшсеһе, Башҡорт халыҡ партияһын нигеҙләүсе итеп тә белә инек. Ҡасандырғы уҡыусыһы был шәхесте моңһоу итеп тасуирлауға өлгәшкән.

Кеше ғүмере ҡыҫҡа, ләкин ысын ижад күкрәүе оҙон – беҙҙән һуң да китап уҡыусыларыбыҙ ошо йыйынтыҡ биттәрендә емелдәшкән йондоҙҙарҙы яратып күҙҙән кисерер, күңелдәре яҡтырыр. Миләүшә һылыуҙың тарихсы-документалист булараҡ та уңышлы эш итеүен билдәләп үтке килә. Бөйөк Еңеүебеҙгә 70 йыл тулыу айҡанлы «Ватандаш» журналының 6-сы һанында донъя күргән «Кем һин, Даян Мурзин?» тигән ҙур күләмле документаль публицистикаһы уның етди тикшеренеүсе икәнлеген дәлилләй. «Әле студент сағымда уҡ Даян Баян улы менән ике тапҡыр осрашҡас, – тип яҙа баш һүҙендә, – эш барышында уның күҙ ҡарашын тойғандай, үҙе менән кәңәшләшкәндәй булам, яугир тормошоноң бығаса билдәһеҙ яңы биттәрен асҡанда үҙемдә ҙур яуаплылыҡ тоям».

Яҙмыш уны бөгөн ҡаһарманыбыҙ фашистарҙы ҡырып йөрөгән төйәктең тап үҙендә – Чехияла төпләнергә һәм батырҙы яҡшы күреп белгән кешеләр менән аралашып йәшәргә, башҡа авторҙарға тәтемәгән тере мәғлүмәттәр алырға насип итте, бынан тыш ул Мурзин хаҡында Рәсәйҙә һәм төрлө сит илдәрҙә сыҡҡан тиҫтәләгән баҫмаларҙы аҡтарҙы, бығаса билдәле булмаған байтаҡ ваҡиғаларҙы беренсе башлап яҙҙы. Һөҙөмтәлә был темаға һуңғы нөктә ҡуйылды, тип һанайым, инде уны китап итеп сығарыу бурысы ҡала. Ҡул аҫтымда маһираның тағы ла бер хеҙмәте – «Башҡортостан рәссамдары» тигән эсселар ҡулъяҙмаһы. Әҫәрҙәрен кинәнеп уҡыһам да, әлегәсә ташҡа баҫылып сығыуҙы көткәнлектәренән, тәғәйен тотоп анализлауҙы киләсәккә ҡалдырып, буласаҡ китаптың мили мәҙәниәтебеҙгә ни дәрәжә мөһимлеген аңғартмаҡҡа ҡыҫҡа ғына аннотацияһын һәм йөкмәткеһе атамаларын килтереү менән сикләнәм.

Был йыйынтыҡ – энциклопедик пландағы очерктар, мәҡәләләр, иҫтәлекле осрашыуҙар, башҡорт рәссамдары ижады һәм һынлы сәнғәте проблемалары хаҡындағы уйланыуҙар, һүрәтләмәләр һәм ижади портреттар йыйылмаһы. Унда милләтебеҙҙең рухи үҫешенә ҙур өлөш индергән Башҡортостан рәссамдары хаҡында ғилми-биографик материалдар тупланған. Йыйынтыҡ уҡыусыларҙа матурлыҡ тәрбиәләү, тыуған илде яратыу, уның байлығы һәм гүзәл тәбиғәте менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләй, китап туған тел, Башҡортостан мәҙәниәте предметын уҡытыусылар, студенттар, китапханасылар, мәҙәниәт йортонда эшләүселәр, шулай уҡ киң аудитория уҡыусылары өсөн тәғәйенләнә.

 

ЙӨКМӘТКЕҺЕ:

 

Беренсе бүлек. Башҡорт милли һынлы сәнғәтенең үҫеш этаптары һәм реализм традициялары. Һынлы сәнғәттә 1773–1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы һәм Салауат Юлаев образы. Һынлы сәнғәттә 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм темаһы. Карикатура жанры. Икенсе бүлек. Һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусылар. Тәүге башҡорт рәссамы (Ҡ. С. Дәүләткилдиев, 1887–1947). “Бөйөк рәссамдар төпкөлдән сыға” (А. Э. Тюлькин, 1888–1980). Ябайлыҡта – бөйөклөк (В. С. Сыромятников, 1885–1979). Өсөнсө класлы рәссам (Ю. Ю. Блюменталь, 1870–1944). Футурист рәссам (Д. Д. Бурлюк, 1882–1967). П. М. Лебедев (?). М. В. Нестеров (1862–1942). Оло быуын рәссамдары. Үҙ халҡынын улы (Әхмәт Лотфуллин). Асылына тоғро рәссам (Рәшит Нурмөхәмәтов). Монументаль композиция авторы (Виктор Позднов). Ю. Ракша. Халыҡсан ижад (Рәшит Зәйнетдинов, 1938). Карикатуралар оҫтаһы (А. А. Штабель, 1926–2002). “Тәбиғәт – иң шәп уҡытыусы!» (Б. Домашников, 1924–2003). “Тыуған яҡты маҡтап туймайым” (А. Бурзянцев, 1928–1997). “Рәссам булырға бала саҡтан хыялландым” (Э. М. Сәйетов, 1936–2004). Бер портреттың тарихы (Ғабдулла Мостафин). Милли рухлы рәссам (Ф. А. Кащеев, 1934). Салауат Юлаев образын һынландырыусылар. Монументаль һәйкәл авторы (С. Д. Тавасиев, 1894–1974). “Салауат Юлаев” бюсының тәүге авторы (И. Г. Фридрих-Хар, 1893–1978). Башҡорт рухлы рәссам (А. А.Кузнецов, 1927). Тормошомдо Салауатҡа арнаным (М. П. Карташев). Башҡорт рухлы рәссам (Анатолий Лежнев, 1885–1956). Фронтовик-рәссамдар. Һалдат скульптор. (З. Р. Басиров, 1927–2000). Рәссам-журналист (Р. У. Ишбулатов, 1911–1967). В. П. Пустарнаков (1924–2000). Китап биҙәү оҫтаһы. Р. Ғ. Ғүмәров (1911–2003). Яугир рәссам (Ә. С. Арыҫланов (1926–1987). Ҡатын-ҡыҙ рәссамдар. Ҡурсаҡ театрын асыусы рәссам (М. Н. Елгаштина, 1913–2003). Сигеүле-нағышлы ижад (А. Х. Ситдикова, 1913–1999). Сәхнә биҙәү оҫтаһы (Ғ. Ш. Имашева, 1914–1995). «Башҡортостанды тәү күреүҙән яраттым» (Т. П. Нечаева, 1922–2004). В. М. Сорокина (1940). Бөгөн ижад итеүсе башҡорт рәссамдары. Арыҫлановтар династияһы (Мөхәмәт Нуриәхмәт улы һәм Рифҡәт Мөхәмәт улы Арыҫлановтар, 1910–2002, 1946). Йондоҙло ижад (З. Ғәлимова, 1955). «Ысынбарлыҡты шулай күрәм» (В. Г Шәйхетдинов, 1955). Риф Абдуллиндың күнел донъяһы. Һәләттәр ауаздашлығы (Николай Калинушкин, 1948–2004, Николай Пеганов, 1948–2006). Ул баласаҡ иленән (Фәйзрахман Исмәғилев, 1955). «Милләтем бөйөклөгөн шулай күрәм» (Ю. З. Әминев, 1980). Уйсан ижад (Ә. М. Мәжитов, 1955). Рәссам журналист (В. Меос, 1940). «Ысынбарлыҡты шулай күрәм» (В. Г. Шәйхетдинов). Педагог рәссам (Р. Ғ. Вәлиуллин, 1947). Тамғалар моңо (Ф. Ерғәлиев,1952). Графиканың тере донъяһы (З. Ғ. Ғаянов, 1941). Үҙенсәлекле ҡылҡәләм оҫтаһы (Ж. Ә. Сөләймәнов, 1968).

Сәнғәтебеҙҙең ошондай ҙа бай тарихы, мәшһүрҙәре бар икән! Шуларҙы тиҙерәк халыҡҡа, киң йәмәғәтселек иғтибарына еткермәйенсә тороп, нисек түҙергә мөмкин?! Әҙибә киң диапазонлы мәҙәниәт белгесе лә булып тора.

 

...Алыҫ чех илендә Миләүшә Годбод исемендә танылған, Чехия Республикаһының урыҫ телле яҙыусылары һәм журналистары берлегенең ағзаһы булған талантлы ҡәләм эйәһенең Германияла йәшәүсе Рәүил, Арыҫлан атлы ейәндәре оләсәй менән ҡартатайҙы быйылғы Яңы йыл байрамына саҡырып, көтөп торалар икән. Оләсәй кеше унда быйыл уҡырға барған Рәүил ейәненә биргән изге вәғәҙәһен үтәргә – «Урал батыр» эпосын көйләп-аңлата башларға тейеш. Хәләл ефете Владимир (һөнәре буйынса юрист) менән берлектә «Урал батыр»ҙы чех теленә ауҙарғандар, Аллаһы Тәғәлә бойороғонда нәшер итеүселәре лә бер үк табыла күрһен!

 

«Ағиҙел», 25.12.2015

 

© Зигат Султанов, текст, 2015

© Книжный ларёк, публикация, 2017

—————

Назад