Миләүшә Годбодь. Уҡытыусыларҙын уҡытыусыһы

24.03.2017 10:03

УҠЫТЫУСЫЛАРҘЫН УҠЫТЫУСЫҺЫ

(Учитель учителей)

на башкирском языке

 

Яҙыусы, ғалим, төркиәтсе, профессор, уҡытыусы Роберт Байымовтын яҡты иҫтәлегенә арнайым

 

Уҡытыусы, ғалим, профессор, яҙыусы Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов тураһындағы иҫтәлектәремде студент саҡтарҙан башлап һөйләргә булдым. Мин уны беренсе тапҡыр 1974 йылда Башҡорт дәүләт университетынын филология факультетынын рус-башҡорт бүлегенә уҡырға килгәс күрҙем – бында ул 1968 йылдан башлап уҡыта башлаған булған. Уға тиклем “Совет Башҡортостаны” гәзитендә, “Ағиҙел” журналында сыҡҡан мәҡәләләре аша таныш инем. Уҡырға керһәм, бәлки, кәрәге тейер тип, шул баҫмаларҙа донъя күргән әҙәбиәт ғилеме хаҡындағы мәҡәләләрҙе мәктәп йылдарында уҡ йыйып бер папкаға туплап барғайным. Унда Роберт Байымовтан башҡа М. Иҙелбев, Ғәли Сәйетбатталов, А. Ғәлләмов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Салауат Галин, Нәғим Ишбулатов, В. Псәнчиндарҙын мәҡәләләре лә йыйылғайны. Был эшкә мине бер кем дә өйрәтмәне, ләкин имтихандар ваҡытында уларҙын кәрәге бик тейҙе.

Ваҡыт үтә торҙо. Беҙ ҙә беренсе курстан икенсеһенә күсеп курс эштәре, унан һун диплом алды, диплом эштәре яҙҙыҡ. Кемдер тел буйынса эшләне, кемдер әҙәбиәтте һайланы. Минен әҙәбиәтте һайлауыма Роберт Нурмөхәмәт улы сәбәпсе булды, тиһәм дә хата булмаҫ. Хәтеремдә, бер ваҡыт оҙон тәнәфестә уҡытыусым мине коридорҙа туҡтатты ла, кабинетына алып инде. Үҙе өҫтәл артына барып ултырғас, мине ҡаршыһына ултыртҡас, ипләп кенә саҡырыуынын сәбәбен анлатты:

– Курс эшен минә яҙһан яҡшы булыр ине һинә, телгә ҡарағанда әҙәбиәтте нығыраҡ яратаһын шикелле, – тине. Мин: – Телде лә, әҙәбиәтте лә тигеҙ яратам, ағай, – тип яуапланым. Быға ҡаршы ул: – Яҙғандарынды уҡып барам. Һиҙенеүемсә, әҙәбиәт һине нығыраҡ тарта. Унан һун үҙенден шағирҙар тоҡомонан икәненде лә онотма әле, ҡан барыбер үҙенекен итә ул, – тип өҫтәп ҡуйҙы. Мин ул ваҡытта унын һүҙҙәренә әллә ни иғтибар итмәгәнмендер тип уйлайым, шулай ҙа: – Ә ниндәй тема тәҡдим итмәксеһегеҙ, ағай, – тип һорай ҡуйҙым.

– Шәп тема бирәм. Яҡташын Ноғман Мусиндын “Мәнгелек урман” романы буйынса яҙырһын, – тине. – Ярай, – тим. Ризалаштым. Үҙем эстән генә Ноғман Мусиндын эләгеүенә ҡыуаныпмы ҡыуанам! Етмешенсе йылдарҙа “Ағиҙел” ҡунаҡханаһы” туҡталышындағы “Знание” тигән магазин була торғайны, хәҙер уны “Белая река” тип йөрөтәләр. Роман магазинда сығыу менән барып алып бер төндә тиерлек уҡып сыҡҡайным. Үҙем йәшәгән төйәк тураһында яҙылған булғас, уғата шатландым! Ул замандарҙа Өфөлә яны китап сығыуы үҙе бер байрам төҫөн ала торғайны, яны китапты сираттар тороп ала торғайныҡ.

Беҙ, етмешенсе йылдар студенттары, ауылдан яны сыҡҡан балалар, уҡытыусыларыбыҙҙы нишләптер гел “ағай”, “апай” тип йөрөттөк. Улар ҙа быға үпкәләмәне, хатта төҙәтмәнеләр ҙә. Өлкәндәрсә мәҙәниәтле итеп атаһынын исемен ҡушып өндәшергә яйлап үҙебеҙ өйрәндек.

Роберт ағай профессор Ғәли Сәйетбатталов менән уғата дуҫтар ине. Ғәли Ғәлиевич беҙгә синтаксис курсынан лекциялар уҡыны. Бик ҡыҙыҡ кеше була торғайны ул: белмәгән нәмәһе юҡ. Сираттағы бер дәресебеҙҙә ул ҙууур ҡульъяулығы менән тирләгән күҙлеген һөртә-һөртә былай тип һүҙ башланы:

– Ишеттегеҙме әле һеҙ, һеҙ, Роберт ағайығыҙҙын яны китабы сыҡҡан бит. Йә, кемегеҙ күрҙе?

Башҡалар нисек ҡабул иткәндәрҙер, мин иһә шаҡ ҡаттым! Нисек инде, әҙәбиәт ғилеме уҡытҡан ҙур ғалим китап яҙып ултырһын! Был университет уҡытыусыһынын эшеме? Кешенекен генә тикшерһә етмәйме икән? Балаларса бер ҡатлыҡ менән мин Роберт ағайҙы ғалим булараҡ әллә ныҡ күтәргәнменме, әллә ихтирамым ҙур булғандырмы, ни эшләптер уныяҙыусыларҙан өҫтөн ҡуйғанмын.

Ә Ғәли Ғәлиевич һүҙен былай тип дауам итте:

– Бына хәҙер әйтеп ҡараһындар инде кеше әҫәрен тикшерә, ә үҙе яҙа белмәй, тип! Робертҡа мин гел әйтә килдем, танауҙарына сирт шуларҙын, тип. Вәт маладис! Күрһәттеме кемлеген? Күрһәтте! Үҙе хәйләкәр йылмайып, йә, ни әйтерһегеҙ хәҙер, тигәндәй беҙгә ҡарай.

Шунда Айрат Абзалов булды шикелле, хуплауын белдереп ниҙер өҫтәгәйне, быға яуап итеп Ғәли Ғәлиевич:

– То-то! Әҙәбиәт ғилеме белгесе генә түгел хәҙер ағайығыҙ, ә яҙыусы-прозаик, ғалим-яҙыусы! Таныттымы кемлеген? Танытты. Математиктар шулай була ул! Тик ҡотларға онотмағыҙ! – тип һүҙен тамамлағанын белгертте.

Быныһы ла мине шаҡ ҡатырҙы! Баҡһан, Ғәли Ғәлиевич әйтеүенсә Роберт Байымов мәктәпте тамамлағандан һун өс йыл рәттән мәктәптә физика-математика уҡытҡан икән, хатта армиянан һун Стәрлетамаҡ пединститутынын физика-математика факультетына уҡырға ла ингән булған. Булһа була бит аҡыллы кешеләр, тамам иҫем китте! Үҙемә ҡалһа, математика ин зирәк аҡыллы һәм үткер аналитик фекерләүгә оҫта кешеләр эше – килеп тороп шундай факультетҡа уҡырға ин әле! Ғәләмәт башлылыр был ағай, тип уйлайым! Әлеге хәбәр уҡытыусыбыҙҙын легендар образы тағы ла бер баҫҡысҡа үҫтереп ебәргәндәй булды. Бына шундай мәғлүмәтле кеше ине Ғәли Ғәлиевич Сәйетбатталов, дәрестәрҙе университет, Өфө тормошондағы янылыҡтарҙан башлап ебәрһә, байтаҡ мәғлүмәтте башлап унан ишеттек. Был юлы ла унан ишетмәһәк, бәлки, Роберт ағайҙын китабы сыҡҡанын, бәлки, һунлап белер инек. Ифрат баҫалҡы ине шул уҡытыусыбыҙ!

Робер Байымов Өфөгә яҡын ғына Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуып үҫкән ғалим. Яратҡан әҙиптәрем Шәриф Биҡҡол, Ғайса Хөсәйенов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, шағир Ирек Кинйәбулатовты биргән гүзәл яҡтар бит ул! Бер төбәктән генә күпме талант сыҡҡан, һоҡланмаҫ ерендән һоҡланырһын, ә бит ҡайһы яҡта улар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына була. Уҡытыусыбыҙ 1965—1968 йылдарҙа Мәскәүҙә аспирантурала уҡыған, университетта иһә 1968 йылда эшләй башлаған. 1963 йылдан башлап әҙәби тәнҡит менән шөғөлләнгән. Беҙҙен курс университетты 1979 йылда тамамланы. Беҙ уҡып бөткәндән һун Роберт Байымовты 1981 йылда Башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһынын мөдире итеп тәғәйенләйҙәр, ә 1982 йылда ул Мәскәү Дәүләт университетында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1984 йылда иһә профессорлыҡ дәрәжәһе ала. Быларҙын барыһы хаҡында ла матбуғаттан уҡып белһәм дә, Өфөгә бер килгәндә “Үҙәк баҙар” туҡталышында осраған яҡшы хәтерле уҡытыусыбыҙ Ғәли ағай Сәйетбатталов ауыҙынан ағы ла бер ҡат ишетеп ҡыуанғайным.

Етмешенсе йылдарҙа филология факультеты студенттары гөрлөп йәшәне: апрелдә “Яҙғы мондар”, октябрҙә – “Көҙгө мондар” тип аталған шиғыр кисәләре ойошторола торғайны. Дан итеп уҙғарылған бындай кисәләрҙә Роберт Байымов, “Шонҡар” әҙәби түнәрәген етәкләүсе яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов һәм башҡа уҡытыусыларыбыҙ ҙа ситтә ҡалмай, башта улар байрам менән ҡотлап телмәр тота. Йәмле байрамға үҙебеҙҙен факультет студенттары ғына түгел, Өфө педагогия, авиация, ауыл хужалығы институттарынан да киләләр. Яҙыусылар Зәйнәб Биишева, Ғәйнан Әмири, Кирәй Мәргән, Фәрит Иҫәнғолов, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рафаэль Сафин, Яҡуп Ҡолмой, Ғилемдар Рамазанов, Хәким Ғиләжев, Әмир Чаныш, Тимер Арслан, Ғабдулла Байбурин, Ибраһим Абдуллин, Рауил Бикбаев, Рәми Ғарипов, Сафуан Әлибаев, Тимер Йосопов, Тимер Арслан, Рауил Ниғмәтуллиндар, йырсылар Нәжиә Аллаярова, Ғүмәр Әбделмәнев, Илфак Смаков, яҡташым, Венер Килмөхәмәтов, Рамазан Йәнбәков, бейеүселәр Рауилә Хажиева, Рәшиҙә Туйсиналарҙын сығыштарын ҡыуанып ҡаршылайбыҙ, алҡышлап оҙатабыҙ. Уларҙы үтә лә һағынып, көтөп ала торғайныҡ! Рухиәтте үҫтереүсе, саф тойғолар бүләк итеүсе был байрамдарҙы әле булһа йылы итеп иҫкә алам, шул саҡтарҙа, моғайын, беҙҙән дә бәхетле кеше булмағандыр! Курсташым Рәмилә Иҫәнғолова менән “Знание” магазинынан исемдәре алда һанап кителгән әҙиптәрҙен китаптарын барып алабыҙ ҙа уларҙы студенттарға һатҡас, аҡсаһын магазинға алып барып тапшырабыҙ. Барыһы ла шатланып яҙыусылар, шағирҙарҙан автографтар ала – шунан да ҙур шатлыҡ юҡ! Кисәлә ихлас ҡатнашыусы башҡа факультеттарҙан килгән студенттар ҙа яҙыусылар менән күрешә, рәхәтләнеп аралаша, автографтар ала торғайны. Шул замандарҙағы иҫтәлекле китаптарҙы бөгөн улар ҙа ҡәҙерләп һаҡлайҙыр тип уйлайым.

“Мәнгелек урман”ды ҡабаттан уҡып сыҡҡас, бер көндө дәрестәрҙән һун Роберт ағай янына инеп “консультация” алырға булдым. Ул минән романдын оҡшауы-оҡшамауын, ниндәй образдарҙын, геройҙарҙын күнелемә ятыуын,әҫәрҙә күтәрелгән проблеларҙы нисек анлауымды һорашты. Романдын теленә лә туҡталды: тик юрматы башҡорттарына ғына хас ҡайһы бер һүҙҙәрҙен варианттарын, мәғәнәләрен һораны. Шулай ун биш минуттай әнгәмәләшеп ултырҙыҡ. Миненсә Робер Нурмөхәмәт улы курс эше яҙыр алдынан минен белемемде, яуаплылығымды асыҡларға тырышҡандыр тим, телгә иғтибарлымынмы, юҡмы, ә бәлки, тел буйынса китергә тейешмендер – шуны ла белергә теләгәндер. Етәксе өсөн был да үҙенә күрә кәрәк эш бит, ә бәлки, үҙенә курс эше яҙасаҡ студентынын әлеге әҫәр буйынса эшләрлекме, юҡмы икәнлегенә ышанырға, артабан да үҙенә диплом алды, диплом эштәре яҙыуымды теләгәндер. Курс эше, диплом алды, диплом эштәре, мәғлүм булыуынса, студенттарҙын ижади һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итә, шул ваҡыттарҙа ҡанаттар нығына, үҙ-үҙенә ышанысын арта. Ә университетты тамамлағандан һун һәр кем үҙ юлын һайлай: кемдер мәктәпкә, кемдер фән юлын һайлай, кемдер журналистика һөнәрен үҙ итә. Беҙ уҡыған йылдарҙа факультетта журналистика бүлеге булманы, журналистар, яҙыусылар “Шонҡар” әҙәби-ижад түнәрәгенән үҫеп сыға торғайны.

Әлеге эшемде дауам итеп бишенсе курсҡа килеп еткәс мин дә Р. Байымовҡа диплом яҙҙым, темаһы – “Ноғман Мусиндын “Мәнгелек урман” романында тәбиғәтте һаҡлау һаҡлау проблемаһы” (исеме шулай иҫтә ҡалған) тип атала ине. Ул замандарҙа бөгөнгө кеүек кеҫә телефондары, компьютерҙар ҙа булманы, барыһы ла ҡул көсө менән эшләнде. Тик диплом эшен генә үҙенә машинистка табып түләп баҫтырып, төпләтеп алырға кәрәк.

Роберт ағай эшемде оҡшатһа ла, барған һайын ниндәйҙер етешһеҙ урындарын табып төҙәткеләп ҡайтара торғайны. “Бына ошо ерен янынан эшлә,бына бынау еренә миҫал, диалог йәки өҙөк алырға кәрәк, быныһын һыҙып ташла, тигәнерәк кәнәштәр бирә. Мин үҙем сабыр холоҡло кешемен. Уҡытыусым да шулай. Әйткәндәрен тыныс ҡына үтәгәс, уҡытыусым ҡәнәғәт ҡала, эш араһында: – Университетты бөткәс, юғалма, артабан да бергә эшләрбеҙ, һинән толк сығасаҡ, ҡыҙыҡай, – тип өҫтәй. Ҡайҙа эшкә барыуымды ла һорашырға онотмай. Мин: – Телевидениенаға барам, – тигәс: –Телевидениенын эше күп ул, эшкә күмелеп уҡыуҙы, яҙышыуҙы ташлама. Һәләттәренде үҫтер, һин шағирҙар тоҡомонан бит әле, – тип шаяртып көлә. – “Шонҡар” ҙағы яҙмаларынды уҡып барам. Күнелен матур, хислеһен, телен һәйбәт, яҙыш, – тигән фатихаһын бирә. – Берәү ҙә тыумыштан белеп тыумай, кеше йәшәй-йәшәй өйрәнә, яҙа-яҙа шымара”. Үҙе һөйләй, үҙе хәйләкәр йылмая. Минен фамилиямдан оялыуымды, “шағир тоҡомонан” тигән һүҙҙәрен ишетергә теләмәгәнемде белә бит инде ул, ә шулай ҙа семтей. Их, шул һүҙҙәрҙе генә әйтмәһә генә ярай ине, тип тора инем бит инде! Ҡолмөхәмәтова фамилияһынан оялам тигәс тә, уны икенсе төрлө анларға ярамай: фамилияма үтә лә яуаплы ҡарағандан, уны тик яҡшы менән матурларға теләгәндән генә ояла инем мин, берәй янылышлыҡ эшләп ҡуйып ата-әсәйем, туғандарымдын битен ҡыҙартмайым, тип ҡурҡа инем. Ләкин Роберт ағай фамилияма йыш төрттөрмәне, булһа ике-өс мәртәбә ҡабатлағандыр. Шулары ла минә ғүмерлек һабаҡ булды!

Роберт Нурмөхөмәт улы менән аралаша башлағас, бер ваҡыт балалыҡ бер ҡатлылығы менән тағы ла: – Ағай, нишләп һеҙҙен исемегеҙ башҡортса түгел ул? – тип һорағанымды ла хәтерләйем. Нишләп бөтә башҡорттарҙын да исеме башҡортса булырға тейеш, тип уйлағанмындыр инде? Ул иһә кеткелдәп көлдө лә: – Шулай тип ҡушҡандар инде. Исемде бала һайламай бит, – тип ҡуйҙы. Берәү булһа, бәлки, шелтәләр ине. Ә Роберт ағай ундай кеше түгел. Бая әйткәнемсә тыныс холоҡло, ипле, тотанаҡлы кеше. Һөйкөмлө, изге күнелле, шаян телле. Унын бер ваҡытта ла ҡаранғы йөҙ менән йөрөгәнен, ҡысҡырып көлгәнен, кемделер йәмһеҙ итеп һөйләгәнен хәтерләмәйем. Йөҙөндә һәр саҡ алсаҡ йылмайыу булыр. Һәр ваҡыт ыҫпай, бөхтә йөрөй, үҙ-үҙен тотошо, һөйләшеүе, хатта хәрәкәттәренә тиклем ысын интеллигент икәнлеге күренеп тора. Студент саҡтан башлап уҡытыусымдын сал сәстәрен дә күргәнем булманы. Хәйер был хаҡта ла айырым һөйләп китәйем.

Һунғы тапҡыр беҙ 2010 йылдын февраль тирәләрендә осраштыҡ. Унда ла ағайыбыҙҙын аҡ сәстәре асыҡ ҡуныр төҫтә ине булһа кәрәк. Был юлы һүҙҙе мин башланым: – Роберт ағай, нишләп һеҙҙен бер ваҡытта ла сәстәрегеҙ ағармай ул? Һеҙ бер ҙә ҡартаймайһығыҙ? – тип һүҙ башланым. – Бәй, һин дә буяғанһын дабаһа! Сәбәбе бер инде! – тип көлөп ебәрҙе. Ысынлап та, үҙемден сәстәрем ағара башламайынса, уҡытыусымдын аҡ сәстәрен буяғанын белмәй йөрөгәнменсе! Әллә аҡ сәстәрен күрмәгәнгә гел йәш итеп ҡабул иттемме икән? Икәүләшеп рәхәтләнеп өлөпмө көлөштөк! – Үҙен дә бер ҙә студенткаларҙан бер яғын менән дә айырылмайһын, – тип шаяртыуын дауам итте Роберт ағай. Мин әле һине берәй аспирнаткам килгән икән, тип уйлағайным әле!

Тормош иптәшем Зәкирйән Әминевтын прокурор булып эшләү сәбәпле беҙҙен ғаилә гел бер урындан икенсе урынға күсенеп йөрөнө. Мин быға тиклем дә Өфөлә булған саҡтарымда йылыға йылан эйәләшә, тигәндәй, университетҡа һуғылмай китмәй торғайным. Роберт Нурмөхәмәт улы һәм үҙемде уҡытҡан башҡа уҡытыусыларым янына инеп сығам, хәлдәрен һорашам. Шундай ҡабалан ғына осрашыу минуттарында ла ул көттөрөп яфаламай, ваҡыты булһа: “Әйҙә, студентка, уҙ”, – тип шаяртып кабинетына саҡырып ала. Матбуғатта донъя күргән мәҡәләләремде уҡып барыуын, хуплауын әйтә, ҙурыраҡ әйберҙәргә тотонорға кәрәк ине һинә, тип кәнәш итә, донъя хәлдәрен һораша. Игеҙәк балаларыбыҙ хаҡында ла һорашырға онотмай. Һөйләгәндәремде диҡҡәт менән тынлай. Беҙҙен һөйләшеү гел ҡәҙимге бер теләк менән тамамлана торғайны: Роберт Нурмөхәмәт улы минен үҙенә беркетелеп кандидатлыҡ диссертацияһы яҙыуымды теләй. Әле лә һун түгел, тип дәртләндерә. Методика буйынса китһән дә, әҙәбиәт буйынса эшләһән дә булдырырһын, һинен ҡулындан килә, тағы ла бер егерме йыл рәхәтләнеп эшләрлек ваҡытын бар әле, – тип күнелде үҫтерә. Бына шундай ғәжәп үҙенсәлекле, иғтибарлы кеше ине ул!

Тағы ла бер яҡшы яғын билдәләп китәм уҡытыусымдын: Роберт Нурмөхәмәт улы юғары аралашыу мәҙәниәтенә эйә шәхес ине. Ошо яғы менән ул барыһына ла үрнәк булғандыр. Ул бер ваҡытта ла кеше күнелен китмәй, бәйләнмәй, аҡыллы кәнәштәрен дә бирә белә – былар барыһы етәксе кеше өсөн бик һәйбәт һыҙаттар. Уҡытыусым янына инеп-сыҡҡан арала ғына унын студенттар, университет уҡытыусылары менән һөйләшкәнен дә күп тапҡырҙар күргәнем, ишеткәнем булды. Тик бер ваҡытта ла ҡыҙып киткәнен, кешегә иғтибарһыҙ ҡалғанын, тауыш күтәргәнен күргәнем булманы. Унын менән аралашыуы енел була торғайны. Кеше йәнле кеше ине ул: студентмы, профессормы, йәки ябай хеҙмәт кешеһеме, хөрмәт менән тин күреп һөйләшә. Үҙенән түбән ҡуймай, кәнәштәрен дә көсләп таҡмай, үҙ иркенә ҡуйып бары йүнәлеш кенә бирә.

Алда телгә алынған “толк” һүҙенен мәғәнәһенә лә бер ни тиклем асыҡлыҡ индереп китәйем. Яҙмыш мине Сибай тарафтарына ташлағас, ошо ҡалала өй беренсә йөрөп балалар йыйып алып 1-се һанлы урта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта башлағас, 1988 йылда республика күләмендә беренсе тапҡыр Башҡорт дәүләт университетынын актовый залында туған телдәр уҡытыу буйынса уҙғарылған беренсе өлкә конференцияһында Сибай ҡалаһы вәкиле булараҡ сығыш яһарға тура килде. Ундағы хәлдәрҙе һөйләп илап төшөп киткәс, конференциянан һун Роберт ағай яныма килеп, арҡамдан һөйҙө лә: – Күнеленде төшөрмә, Миләүшә, шулай янып-көйөп башҡорт телен уҡытып йөрөүенә бик шатбыҙ, бирешмә, – тип йыуатты. – Эшләй тора тәжрибән дә артыр. Давай диссертация яҙ! Хәтерләйһенме, студент саҡта уҡ һинән “толк” сыға тигәйнем? Халыҡҡа һинен кеүек туған тел өсөн янып торған маяҡ булырҙай уҡытыусылар бик-бик кәрәк! Давай һуҙма: әҙәбиәтте һайлайһынмы, тел буйынса китәһенме, аспирантураға ин! Минә беркетелһән, әҙәбиәт буйынса шөғөлләнерһен. Теләһән әҙәбиәт уҡытыу методикаһы буйынса кит: ике юл бар, бер теләк, – тине”. Сибайға ҡайтҡас, был турала иремә һөйләгәйнем, ул да шатланды, тик: – Хәлендән килерме, һинә бит балаларҙы ташлап Өфөгә йөрөргә тура киләсәк, – тип яуапланы. Быны ишетеү минә бик ауыр булды. Ысынлап та, ирем көнө-төнө хөкүмәт эшендә саба, ә ғаиләне, балаларҙы ҡарау, мәктәп эше – барыһы ла минен елкәлә булды. Балаларҙы әсәйемә ҡалдырыр инем, улар Ишембай районында йәшәй. Ҡыҫҡаһы, хыялымды минә мәле еткәнсе ҡалдырып торорға тура килде. Шулай ҙа Роберт ағайҙын да һүҙҙәрен онотманым, уҡыытусым да мине күҙ унынан ысҡындырманы. Осрашҡанда гел хәлемде һорашып, уҡырға дәртләндереп тороуына әле лә рәхмәтлемен! Әгәр ҙә шул йылдарҙа башҡа факультет уҡытыусылары ла, айырыуса тел, әҙәбиәт ғалимдары студенттарға шулай йүнәлеш биреп торһа, бөгөн оло быуын ғалимдары урынына йәштәр килгән булыр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәндәре бөгөнгөләй ғалимдарға ҡытлыҡ кисермәҫ ине. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен фән булараҡ тикшергән ғалимдарыбыҙ бер артлы донъянан китеп бөтөп бара, ә тотоп алып эшләрлек кеше ҡалманы тиерлек – ултырып иларлыҡ хәл бит был!

Бәхеткә ҡаршы, был һүҙҙәр Роберт Байымов ағайға ҡағылмай: кин эрудициялы һәм рухи багажлы алдан күрә белеүсе ғалимуҡытыусы бер үҙе генә лә өс тиҫтәнән ашыу кешене фән юлына сығарған – бынын өсөн ул күпме көс, хеҙмәт түккәндер, бер Хоҙай үҙе белә! Ғалимлыҡ унын үҙенә лә тәбиғәттән һалынған булғандыр, юғиһә ғалим кешегә ултыраҡлыҡ, түҙемлек, баш баҫып эшләй белеү, сағыштырыу, алдан һиҙемләү, төбөнә төшөп тикшереү һәм кешегә анлата һәм үҙен анлағанды кеше анларлыҡ итеп яҙа, уҡығанынды анализлай белеү, быларҙан тыш архив материалдары һәм ҡулъяҙмалар өйрәнеү, дөйөмләштерә белеү, теге йәки был проблема хаҡында даими уйланып йөрөп ҡулындан ручканды төшөрмәү кеүек эштәрҙе белеү кәрәк. Боронғолар: “Уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу”, тип белмәй әйтмәгән бит инде, ошо мәҡәлгә тоғро ғалим үҙе белгәнде уҡыусыларына ла һендерергәндер.

Сибайҙа һигеҙ йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡандан һун ғаиләбеҙ Өфөгә күсеп килгәс тә осрашып торҙоҡ уҡытыусым менән. Өфө башҡорт балаһын ҡосаҡ йәйеп көтөп тормай, быны ауылдан килгән һәр беребеҙ яҡшы белә. Беҙҙен ғаиләгә лә ул битен тик 1992 йылда ғына асты. Мин иһә килеү менән башҡаланын Калинин районына ҡараған Шаҡша биҫтәһендә 122-се һанлы рус мәктәбенә эшкә урынлашып, микрорайон буйлап йөрөп балалар йыйып алып башҡорт кластары асып эшләй башланым. Төшкә тиклем беренсе “Е”, төштән һун икенсе “Е” – лә уҡытам, и ке класта ла класс етәксеһемен. Уларҙы бишенсегә тиклем еткергәс, тағы ла биш йыл 20-се һанлы Өфө ҡала башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп ҙур тәжрибә тупланым. Сибайҙа башҡорт, рус теле уҡытыусыларынын ҡала конкурсында (1987), Стәрлетамаҡта уҙғарылған Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы предметы уҡытыусыларынын республика конкурсында (1991), төбәк-ара “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында (1996) ике тапҡыр енеүсе һәм лауреат булдым, “Өлкән уҡытыусы”, “Башҡортостандын мәғариф отличнигы” тигән исемдәр алдым. Башҡаланын Орджоникидзе районы РОНО-һында туған телдәр методисы булып эшләү менән бер рәттән 48-се башҡорт лицейында, артабан Өфө ҡала мәғарифынын туған телдәр буйынса методисы итеп тәғәйенләнгәс ошо районға ҡараған 64-се ҡала гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыттым. Шулай итеп, мин мәктәптә ун туғыҙ йыл эшләп ташланым, ләкин бер ваҡытта ла яҙышыуымды ташламаным. Шуларҙын барыһын да уҡытыусым ишетеп тә, гәзиттәрҙә сыҡҡан мәҡәләләрем аша уҡып-күҙәтеп барған икән, осрашҡанда ул “давай хәҙер ғилми эшкә тотон, хәҙер һин Өфөләһен”, тиер ине. Ниһайәт, ҡолаҡҡа элдем шикелле, ярты йыл эсендә немец телен өйрәнеп, философия фәнен уҡып аспирантураға имтихандар тапшырҙым. Етәксем Роберт Нурмәхәмәт улы булды, минә оҡшаған тема ла булды. Тик башҡорт теле уҡытыу, методик ҡулланмалар яҙып нәшер итеү был юлы ла минә ҡамасаулыҡ итте – бер сиктән икенсе сиккә тайпылыу килешмәй ҙә бит! Үҙемә ҡалһа, икеһе лә ҡәҙерле: әҙәбиәт тә, әҙәбиәт һәм тел уҡытыу методикаһы ла. Профессор Мирас Иҙелбаевҡа кәнәшкә ингәйнем, ул бишенсе-етенсе кластар өсөн баҫтырылған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса нәшер ителгән методик ҡулланмалар” ымды күрҙе лә: “Бәй, ошо ике китабын ғына ла үҙе бер диссертациялыҡ бит”, – тип дәртләндергәс, әллә методиканан ғына яҙайыммы икән, тип уҡталһам да, методика буйынса Мәскәүҙә яҡларға кәрәклеген белгәс, күнелем һүрелде. Унда барырға аҡсаһы кәрәк, ә эш хаҡым бик бәләкәй, етмәһә ике балам да студент.

Шулай ҙа 2004 йылда мәғарифтан журналистикаға китергә үҙемдә көс таптым: “Һәнәк” журналында эшләй башланым. Быға барыһы ла “аһ” итте, әлбиттә, “Һин юморист түгелһен дә инде, нисек һине эшкә алдылар ул”, тип аптыраусылар ҙа булды. Минен өсөн иһә бер өйрәнелгән эштән икенсеһенә күсеп янынан тотоноуы бер ваҡытта ла ҡурҡытманы, киреһенсә, бер урында тапанғансы яныһын үҙләштереүгә илһамланып тотона торғайным. Был юлы ла шулай булды. Баҫмаға “Һәнәк” тен баш мөхәррире Марсель Сәлимов саҡырыуы буйынса килдем. Бер йыл фельетон бүлеге редакторы булып эшләгәндән һун яуаплы секретарь итеп тәғәйенләндем. Унда ла һынатманым. Баҫманын документацияһы, Мәскәү менән дә килешеүҙәр, тиражын буйынса эшләү барыһы ла минен өҫтә булды. Мин эшләгән йылдарҙа “Һәнәк”кә хаттар күп килә ине. Ҡала мәғарифын биш бармағым кеүек белгәнгә күрә мәктәптәрҙә күнелле осрашыуҙар ойоштора, рус һәм башҡорт телдәрендә “Сәнсәк” – “Колючка” биттәрен алып барам. Унда баҫылған йәш сатириктар араһында төрлө конкурстар ойошторабыҙ, араларында үҙен журналистика һөнәренә арнаусылар ҙа табылды – улар өсөн университеттын журналистика бүлегенә рекомендациялар әҙерләй торғайным. Былар хаҡында ла Роберт ағай ишетеп-белеп торған булды. Һәм тап булышҡанда сатира һәм юмор буйынса эшләргә кәнәш бирҙе.

Хәҙер инде мин “Башҡорт әҙәбиәтендә сатира һәм юмор” тигән темаға диссертация яҙа башланым, элекке темам төшөп ҡалды. Хәҙер бар ваҡытым ”Һәнәк” тарихын өйрәнеү, башҡорт сатириктарынын әҫәрҙәрен өйрәнеү, рус тәнҡитселәренен ғилми эштәрен өйрәнеүгә китте, бөтә ялдарым, буш ваҡыттарым, отпускыларым Зәки Вәлиди китапханаһында үтте. Тик был юлы ла бер ҡаршылыҡ килеп сыҡты: күрәһен, минә диссертация яҡлау насип булмағандыр. Ә хәл былай булды. Бер ваҡыт ниндәйҙер йомош менән университетҡа барғайным, журналистика бүлегенен кафедра мөдире Тимерғәле Килмөхәмәтов ағай осраны. Уға нинә килгәнемде һөйләп биргәйнем, ул да үҙенә ҡоҙаланы. “Һин бит журналист, әйҙә, журналистика буйынса яҙ”, – ти, – тик оҙаҡҡа һуҙма”. Ризалаштым. Роберт ағайға был турала әйткәс, бик ныҡ үпкәләне. Шулай ҙа сәбәбен һорашты. Мин: “Башҡорт әҙәбиәтендә быға тиклем эшләнелмәгән сатира һәм юмор жанрын журналистика менән үрелдереп алып барыу өсөн шулай хәл иттем”, – тип яуаплағас, йөҙө яҡтырҙы. – Тик алдан белеп ҡуй: журналистика кафедраһында журналистика буйынса диссертация яҡлау мәсьәлә һаман да хәл ителмәгән, – тине, – ниндәйҙер икенсе ҡалала яҡларға тура киләсәк”. Шунда ғына мин хаталанауымды анланым һәм янынан Роберт ағайға әйләнеп ҡайттым. Тәүге эшем яҙылды, әлбиттә. Тик аяуһыҙ ваҡыт арабыҙҙан уҡытыусыбыҙҙы иртәрәк йолоп алды. 2010 йылдын февраль-марттарында бер нисә тапҡыр осрашҡандан һун беҙгә ҡабаттан күрешергә насип булманы. Икенсе йылына мин дә сит илгә сығып киттем һәм быға һис тә үкенмәйем. Киреһенсә, иртәрәк сығып китмәүемә үкенәм: минен тырышлыҡ, эшһөйәрлек менән әллә ниндәй бейеклектәр яулаған булыр инем! Әлеге яҙмамды ла үҙемден сығып китеүемә һәм уҡытыусымдын үлеүенә теп-теүәл биш йыл тулғанда яҙам. Кем уйлаған?..

Тәрән йылға тын аға, ти, ә буш мискә ныҡ дөнгөрләй. Р. Байымов тәрән эрудициялы ғалим-уҡытыусы ине, уҡытыусыларҙын уҡытыусыһы! Унын ғилми даирәһенен кинлегенә, уны ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләрҙен әҙәбиәт донъяһы менән генә сикләнмәүенә хайран ҡалырлыҡ! Ғүмерҙе иртәрәк ҡалдырһа ла, ғалим булараҡ тауҙай ғилми эштәр, китаптар, башҡорт филологияһында ҙур мәктәп тыуҙырып, үҙенен артынан эшләүсе өс тиҫтәнән ашыу ғалим-шәкерттәрен ҡалдырҙы. Тик ысын уҡытыусыһы ғына шулай эшләй ала, әгәр артындан ҡалған уҡыусыларын юҡ икән, ғалим исеме күтәреүендән ни мәғәнә?!

Р. Байымовтын ҙур тырышлыҡ менән яулаған дәрәжәләренә хатта көнләшерлек тә: БР Фәндәр Академияһынын почетлы академигы, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһынын атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһынын мәғариф отличнигы тигән маҡтаулы исемдәре бар, өс тиҫтәнән ашыу фән кандидаттары әҙерләгән, кин күләмле «Сарсау» (1980), «Бикле хазина» (1982), «Kайтырбыз hалдат булып» “Һунлаған мон”, “Карауан Бағдадтан килә”, “Сыбар шонҡар”, “Үс”, “Йәшерелгән хазина” (1986) исемле әҫәрҙәр ижад иткән, “Башҡорт тарихи-революцион романы” (1980), “Башҡорт прозаһынын эпик система формаһында роман жанры” (1982) һәм башҡа төплө фәнни хеҙмәттәр, 500 ҙән артыҡ фәнни мәҡәлә, 40-ҡа яҡын китап һәм монографиялар яҙып ҡалдырған. Бынан тыш Роберт Нурмөхәмәт улы “Башҡорт Энциклопедияһы” нын фәнни-редакцион совет ағзаһы, дәреслектәр, юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәр өсөн методик ҡулланмалар, “ХХ быуат башҡорт әҙәбиәте” (2003), “Көнсығыштын бөйөк йөҙө һәм әҙәби ҡомартҡылары” (2006) тигән фундаменталь хеҙмәттәр авторы ла, алты томдан торған “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” ла туранан-тура унын ҡатнашлығы һәм тырышлығы менән нәшер ителгән. Ғалим-әҙиптен тәнҡит мәҡәләләре иһә үҙе бер донъя! Күп яҡлы, күп жанрлы бихисап хеҙмәттәре әллә нисәмә тиҫтә йылдар башҡорт әҙәбиәтен, бигерәк тә әҙәбиәт ғилеменен йөҙөн, ин юғары ҡаҙаныштарын билдәләй. Миненсә, әҙип-ғалимдын үҙенен генә хеҙмәттәрен генә жанр буйынса тикшерә китһән оҙо бер исемлекте тәшкил итер ине: монография, теория, әҙәбиәт тарихы, әҙәби тәнҡит, әҙәбиәт ғилеме, хикәйә, повесть, роман, тарихи роман, ижади портрет, очерк һәм башҡалар, былар барыһы ла башҡорт филологияһында киләһе быуындар файҙаланасаҡ ҡиммәтле хазина! Кин ҡоласлы ғалимдын хеҙмәттәрен киләсәктә үҙе уҡытҡан шәкерттәре ғилми яҡтан тикшереп халыҡҡа таратыр, тигән изге уйҙаҡалайыҡ.

Р. Байымовтын әҫәрҙәре рус телле уҡыусыларға ла барып етте: “Сыбар шонҡар” романы рус теленә тәржемә ителгәндән һун (“Кречет мятежный”) уға БР-ҙын Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырылды. Хәйер, роман хаҡында ла ҡыҫҡаса әйтеп китәйек – үҙ ваҡытында башҡорт әҙәбиәте тарихында ул ҙур ваҡиға итеп ҡабул ителгәйне. Әҫәрҙә автор Зәки Вәлидиҙен үҙен аямайынса халҡына азатлыҡ яулау эшмәкәрлеген тасуирлай: бынын өсөн ҙур тарихи сығанаҡтарҙы аҡтара, тарихи дөрөҫлөктө өйрәнә. Әхмәтзәкиҙен төрки халыҡтарынын тик берҙәмлек кенә урыҫ баҫҡынсыларына ҡаршы тора алыуына килтерәсәк, тигән фекерен яҡлай һәм быға ул Рәсәй дәүләтенен тарихын өйрәнеү һөҙөмтәһендә ирешә. Зәки Вәлидиҙен азатлыҡ яулау маҡсаты большевиктар юлы менән тап килмәгәс, халыҡты ул ҡулға ҡорал алып яулау маҡсатын ҡуя. Ошондай ауыр шарттарҙа унын янында Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин да көрәшә – был образдарҙы яҙыусы ҡыҙыҡлы сюжет һыҙыҡтары аша һүрәтләй. Ләкин башҡорт ғәскәре енелеүгә осрай – әҫәрҙен ошо өлөшөн Р. Байымов иҫ киткес ҙур оҫталыҡ менән һүрәтләп бирә: романда башҡорт халҡынын күргән этлектәре һәм “оло ағай” ҙын вәхшилектәре бөтә тулылығында тасуирлана – бынын менән автор Башҡортостандын хәҙерге үҙаллылығын быуып ташларға әҙер тороуҙары хаҡында ла иҫкәртергә теләй.

Федератив үҙәктен субьекттарҙын эске эштәренә тығылыу сәйәсәте алып барыуы, тик үҙенә генә унайлы эштәр башҡарыуы ошоға дәлил. Тарихты тасуирлағанда яҙыусы һәр ҡаршылыҡҡа үҙ баһаһын бирә: ҙур ауырлыҡтар менән яуланған азатлыҡтын Ленин, Сталин тарафынан юҡҡа сығарылыуын айырыуса әсенеүле картиналарҙа һүрәтләнә – роман һунында автор Хажимөхәмәттен ҡатыны менән һөйләшкә Әхмәтзәкиҙен сит илгә сығып китеүен беләбеҙ – былай ул төрки халыҡтарын берләштереүгә үҙ өлөшөн тарих яҙыу аша алып бара аласаҡ. Шулай итеп, романда сағылдырылған осор һәм ундағы хәл-ваҡиғалар һәм тарихи дөрөҫлөк бөгөн дә әһәмиәтле булып ҡала – яҙыусы Роберт Байымов башҡорт халҡынын ысын тарихын уҡыусыға ғәҙел еткереүҙә ҙур көс түккән.

Ҙур тормош тәжрибәһе туплаған энциклопедик белем туплаған уҡытыусы-ғалим һәм яҙыусы Р. Байымов “Йәдкәр” (хәҙер ул “Проблемы Востоковедения” тип атала) исемле фәнни-публицистик журналдын тәүге мөхәррире лә булды. Ғүмеренен һунғы йылдарында ул аҙ өйрәнелгән төрки, ғәрәп, фарсы телдәре һәм әҙәбиәтен өйрәнеү проблемалары менән шөғөлләнде, шунын һөҙөмтәһендә “Көнсығыштын бөйөк йөҙө һәм әҙәби ҡомартҡылары” тигән монографияһын яҙҙы. Башҡортостан Мәғариф министрлығы был китапты юғары баһалап, уны юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн дәреслек итеп файҙаланырға тигән тәҡдим менән сығыш яһаны, ә “Башҡортостан” гәзите “Йыл китабы” тип таныны.

Әгәр үҙенен ғалимын халыҡ онотмай икән, тимәк, ул тере. Әгәр ғалим артынан эшен дауам итеүсе уҡыусылары, шәкерттәре ҡалған икән, икеләтә тере һәм исеме мәнге онотолмаясаҡ. Кешенен физик тәне үлһә лә, яҡшы эштәре ҡала. Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға ташла, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит, яҡшы кешенен исеме бер ваҡытта ла онотолмай. Уҡытыусым – өлкән дуҫым Роберт Нурмөхәмәт улы әле лә иҫән төҫлө, унын донъяла булмауына күнел ышанмай. Университетҡа килһән, элеккесә йылмайып ҡаршылар, “һаман да студентка һымаҡһын”, тип шаяртып төҫлө.

Беҙ, Роберт Нурмөхәмәт улы Байымовта белем алған филология факультеты студенттары, хәҙер үҙебеҙ ҙә алтмышҡа етеп киләбеҙ, ләкин үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырған уҡытыусыбыҙҙы бер ҡасан да онотмайбыҙ. Курсташтарым, төркөмдәштәремден ҡытыусыбыҙ хаҡындағы ин йылы хис-тойғолары һәм ихтирамы ошо иҫтәлектә лә яҡшы сағылалыр, тип уйлайым.

 

Миләүшә Годбодь (Ҡолмөхәмәтова), Чехия Республикаһы

 

© Миляуша Годбодь, текст, 2016

© Книжный ларёк, публикация, 2017

—————

Назад